Республика кардиология үҙәге табиптары күкрәк тәңгәлендәге аортаһы өҙөлгән оло йәштәге ҡатындың ғүмерен ҡотҡара. Күкрәк ситлеге һәм арҡаһы ауыртыуға түҙә алмаған ханымды ашығыс рәүештә Ишембай үҙәк район дауаханаһынан алып киләләр.
Ишембай табиптары уның күкрәк тәңгәлендәге аортаһы өҙөлөп, эргәләге туҡымаларға һәм күкрәк ситлеге ҡыуышлығына ҡан һауыуын асыҡлаған була. Ундай диагноз ҡуйылғанда, ғәҙәттә, 95 процент осраҡта кешене ҡотҡара алмайҙар.
Кардиология үҙәгенең бүлек мөдире Тимур Хафизов етәкселегендәге табиптары иһә ауырыу ғүмере өсөн көрәштә еңеп сыға.
“Операция ваҡытында ханымдың күкрәк ситлеге ҡыуышлығынан литр ярымдай ҡан алдыҡ. Операция биш сәғәт тирәһе дауам итте. Унан һуң ауырыу оҙаҡ ваҡыт белгестәр күҙәтеүе аҫтында булды. Ошо көндәрҙә ул дауахананан сыҡты, реабилитация үтә. Әле ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай”, – тиҙәр кардиология үҙәгендә.
Фото "Башинформ"дан алынды.