+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 15:15

Йән тартмаһа, ҡан тарта

Башҡорт гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән берлектә үткән онлайн “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Осрашыуҙы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторҙо.

Башҡорт гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән берлектә үткән онлайн “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Осрашыуҙы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторҙо.
Был уҡыу йорто «Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар» фәнни-мәғрифәт интернет-платформаһын тормошҡа ашыра башланы. Аралашыу барышында башҡорт гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре, ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәтселек вәкилдәре әлеге проект менән танышты, “түңәрәк өҫтәл”гә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан ҡәрҙәштәребеҙ ҡушылды.
Сара БДПУ ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитовтың һәм Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Люциә Юлыеваның сәләмләү һүҙе менән башланды. Артабан вуз уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең беренсел профсоюз ойошмаһы етәксеһе Закирә Бәҙретдин ҡыҙы Латыпова ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы проект менән таныштырҙы. «Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар» фәнни-мәғрифәт интернет-платформаһы – башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм матбуғатын үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән проект. Платформала төрлө курс, оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар уҙғарыла, мәҙәниәт, әҙәбиәт буйынса файҙалы мәғлүмәттәр бирелә. «Бында Уралдың көсөн, Ватандың дәртен, тыуған ерҙең моңон тойоп үҫкән, ләкин яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында бай мәғлүмәт, халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм бөгөнгөһө хаҡында рухлы яҙмалар һеҙҙе йәлеп итер. Тап ошо платформа бер-беребеҙ менән тура ҡарап, юғары маҡсаттарға ынтылырға ярҙам итеүсе бер аҙым булыр», – тине ул. Әйткәндәй, Закирә Бәҙретдин ҡыҙы - проекттың менеджеры.
Баш мөхәррирҙәр үҙҙәре етәкләгән баҫмалар менән таныштырҙы, әлеге көндә хәл ителергә тейешле көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне, борсолоу-шатлыҡтары менән уртаҡлашты.
“Башҡортостан ҡыҙы” сит илдәрҙә лә бик яратып уҡыла. Уның электрон версияһын Швейцарияла, Төркиәлә, Берләшәкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Францияла, Чехияла һәм башҡа илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡарап бара. Яңы барлыҡҡа килгән «Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар» фәнни-мәғрифәт интернет-платформаһы ошо бәйләнештәрҙе көсәйтер бер көскә әйленер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Интернет-платформаның һылтанмаһы - https://bez-bashkorttar.ru/ .
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: