+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 14:19

Сираттар юҡҡа сығыр

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Балалар баҡсаһы 50 урынға иҫәпләнгән. “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән учреждение 2021 йыл аҙағында ишектәрен аса.
Әле “Ризалит” подряд ойошмаһы (директоры – Рафаэль Шаһиморатов) бинаның тышҡы йөҙөн йылыта башлаған. Байтаҡ эштәр башҡарылған, әммә төҙөлөштө тамамлау өсөн күп көс һалырға кәрәк әле, тип белдерә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Социаль объектты төҙөү балалар баҡсаһына сират проблемаһын юҡҡа сығарыр, тип көтөлә.
Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: