Дүртөйлө районы Әсән ауылы модель китапханаһы сәләмәт тормош рәүешен әүҙем пропагандалай.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә яңы мәғлүмәт технологияларын индереү менән Әсән ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең сараларҙа видеоматериалдар ҡулланыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Улар ишеткәнде, күргәнде яҡшыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирә, ти китапханасылар.
“Көсөргәнеш, ваҡыт етмәүе, насар экология менән тулған тормошобоҙҙа тәнеңде лә, йәнеңде ла тыңлау һәм сәләмәт, йәш, бәхетле кеше булып йәшәргә ынтылыу кәрәк”, – ти сарала ҡатнашыусы Илһөйәр Шәйхуллина.
Сәләмәт тормош рәүеше тураһында һөйләшергә өлкән класс уҡыусылары түңәрәк өҫтәл артына саҡырыла. Ул мультимедия презентацияһынан башлана. Йәштәр ҡуйылған проблема хаҡында фекер алышыуҙа ҡатнаша һәм, планетабыҙҙа һау-сәләмәт кешеләрҙең һаны кәмегәндән-кәмей барыуына кем ғәйепле, тигән һорауға яуап эҙләй.
Сара 7 апрелдә 15.00 сәғәттә үткәрелә.