Бөрө ҡалаһында дүрт ҡатлы поликлиника төҙөлә. Объектты 2021 йылдың аҙағында тапшырырға йыйыналар. Әле бинаның алғы йөҙө йылытыла, тышлана, эске биҙәү эштәре башҡарыла, йылылыҡ үткәрелә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бөтә йәштәге пациенттар (шул иҫәптән балалар) өсөн тәғәйенләнгән яңы поликлиниканың дөйөм майҙаны – ете мең квадрат метрҙан ашыу. Объект өсөн 597 миллион һум аҡса китә, был иҫәпкә йыһаз-ҡорамалдар ҙа ингән.
“Бөгөн бөрөләр өсөн ихлас күңелдән шатланабыҙ. Һуңғы йылдарҙа район халҡы һаны арта бара, шуға был мөһим социаль объектты кешеләр бик көттө”, – тип хәбәр итә Бөрө район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Поликлиника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һалына. Төҙөлөш эштәре үткән йылдың яҙында башланған. Дәүләт заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы тора, генераль подрядсы – “Корунд” ойошмаһы.
Фото – Бөрө район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.