Әле ҡағыҙҙа баҫылмаған “Башҡортостан ҡыҙы” журналының электрон күсермәһе социаль селтәрҙәрҙә таралыуына шаһит булдыҡ ошо көндәрҙә. Был күренеш – журналды законһыҙ таратыуға тиң. Шулай уҡ ул баҫмабыҙҙың бәҫен төшөрә, яҙылыусылар һанының кәмеүенә килтерә.
Асыҡланыуынса, баҫманы законһыҙ таратыу сығанағы булып, уның электрон төрөн алдырыусылар тора. Шуны иҫәпкә алып, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының электрон төрөнә яҙылғандар өсөн баҫманың күсермәһен сығарып алыу сикләнде. Бынан ары журналдың электрон төрөн тик сайтта ғына уҡырға мөмкин буласаҡ.
Хөрмәт менән, баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева.