+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 09:15

Башҡорт сода компанияһының акциялары республикаға ҡайтарыла

Кисә Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә барышында Президент Владимир Путин “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәте акцияларының күпселек өлөшөн республика ҡарамағына тапшырыу тураһында күрһәтмә бирҙе.

Кисә Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә барышында Президент Владимир Путин “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәте акцияларының күпселек өлөшөн республика ҡарамағына тапшырыу тураһында күрһәтмә бирҙе.
Акцияларҙың 38,3 проценты Башҡортостан милкенә индерелһә, 11,7 проценты һәм тағы ла бер акция ышаныслы идараға тапшырылырға тейеш. Шулай итеп, мөһим предприятие тулыһынса республика идараһына күсә.
Был турала Рәсәй Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында махсус килешеү төҙөләсәк.
Предприятиеның яҙмышын былтыр августа халыҡтың Куштау өсөн көрәштә еңеүе хәл итте. Ябай кешеләрҙең тәбиғи ҡомартҡыны үҙ күкрәге менән яҡлауы, ҡаһарманлығы Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяла тауға иғтибар уятты. Ил етәксеһе лә был ваҡиғаны ситләп үтмәне. Генераль прокуратура, БСК-ның шәхси ҡулдарға ни рәүешле күсеүен тикшереп, материалдарҙы судҡа тапшырҙы. Арбитраж суд ҡарары менән шәхси ҡулдарҙа булған милек дәүләткә ҡайтарылды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: