+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 14:46

Балалар ыҙа сигә

Салауат районында спиртлы эсемлек менән мауыҡҡан йәш ҡатын 5 айлыҡ ҡыҙын үлем хәленә еткергән. Әле бала ғаиләнән тартып алынған һәм Малаяҙ дауаханаһына урынлаштырылған.

Салауат районында спиртлы эсемлек менән мауыҡҡан йәш ҡатын 5 айлыҡ ҡыҙын үлем хәленә еткергән. Әле бала ғаиләнән тартып алынған һәм Малаяҙ дауаханаһына урынлаштырылған.
Ҡыҙсыҡтың әсәһе унан баш тартҡан. Табиптар әйтеүенсә, сабыйҙы яҡшылап ашатмағандар һәм ул үҙенең йәшенә ҡарата тейешле хәстәр, тәрбиә лә күрмәгән. Әммә бала хәҙер теремекләнгән, хәрәкәтләнеүсән һәм үҙенә күрә күңелсәк кенә тип билдәләй белгестәр.
Малаяҙ дауаханаһының баш тибибы Надежда Дмитриенко әйтеүенсә, хәҙер сабыйҙы дауалап, опека хеҙмәткәрҙәре уны Өфөләге бала йортона тапшырасаҡ.
Фото башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: