+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 15:23

Артур Василовтың күргәҙмәһе асылды

Карикатура элек- электән тормошобоҙҙа ҙур урын биләгән. Уны ялҡауҙарҙы фашлағанда ла, эскән кешеләрҙе оялтырға, тормоштоң төрлө проблемаларын күрһәтергә теләгәндә лә киң ҡулланғандар. Республика матбуғат йортонда “Һәнәк” журналының художество редакторы, рәссам Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды.

Авторҙың күргәҙмәһе “Һәнәк журналы биттәре буйлап” тип атала. Артур Василов Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт бүлеген тамамлаған. 1996 йылдан республика матбуғатында хеҙмәт итә. Журналдарға һәм китаптарға төрлө иллюстрациялар эшләй. Уның тормошо “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән дә тығыҙ бәйләнгән. Ул баҫмала 20 йыл самаһы эшләп китә.
-“Һәнәк”тәге тәүге эшем 2000- се йылдар башында баҫылып сыҡты. Шунан һуң карикатуралар эшләргә тырыштым. Оҙаҡ йылдар теге йәки был журналға һүрәттәр төшөрөп, үҙемә генә хас эш алымдарым барлыҡҡа килде. Һәр бер текстың үҙ иллюстрацияһы булырға тейеш. Улар бер- береһен тулындырып бара,- ти рәссам Артур Василов.
Ижадсының эштәре матбуғат йортонда ике аҙна самаһы торасаҡ. Ул республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙә иң оло сатира һәм юмор баҫмаһы булған “Һәнәк” журналының 100 йыллығына бағышланған.
“Һәнәк”тең әлеге юмор оҫталары һәм карикатурсылары көндөң актуаль темаларын күтәрергә тырыша.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: