+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 11:10

Социаль-әһәмиәтле еңеү

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында «Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» республика конкурсына йомғаҡлау яһалды. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең тағы ла бер уңышы ошо конкурста Гран-при яуланы булды.

Бүләкләү тантанаһы Республиканың профсоюздар йортонда үтте. Гөрләп үткән был сарала Ғаилә , БР-ның хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова барыһын да сәләмләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
“Барығыҙға ла рәхмәтемде еткерәм. Һеҙҙең ошолай һәр ваҡыттағыса республикабыҙҙа уҙғарылған төрлө социаль сәйәсәтте хуплап тороуоғыҙ, социаль гарантияларҙы һаҡлап ҡалыу йөкләмәһен үҙ өҫтөгөҙгә алыуығыҙ шатландыра”.
Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, предприятиеларҙың социаль ярҙам, әүҙемлеге менән генә сикләнмәй.
“Гран-при” нан башҡа “Транснефть-Урал” ойошмаһы сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға ҡағылған, социаль партнерлыҡты үҫтереү, биләмәләге социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашыусы, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн ғаилә бурыстары һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн иң яҡшы шарттар тыуҙырыусы ойошма булараҡ – төрлө 5 номинацияла ла беренсе урынға сыҡтылар.
Ҡатнашыусыларҙы баһалағанда социаль гарантиялар күләменә, мәшғүллек өлкәһендәге һәм квалификациялар күрһәткестәренә, хеҙмәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарға һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү пункттарына нығыраҡ иғтибар иттеләр.
Үткән йылдарҙа ла ошо конкурста акционерҙар ойошмаһы күп тапҡыр еңеүсе һәм призер булды.
«Транснефть – Урал»дың эшселәре һәм йәш белгестәре профессиональ әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү мөмкинлегенә һәр ваҡыт эйә булыусылар, улар өсөн эште хәүефһеҙ һәм файҙалы итеп ойошторолоуға бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған( быны тағы ла бер еңеү «иң яҡшы шарттары һәм хеҙмәт һаҡлау ойошмаһы – 2020» раҫлап тора), былар барыһы ла -уңышлы эшмәкәрлек нигеҙе булып тора.
Өҫтәмә медицина страховкалау программаһы инде хеҙмәткәрҙәргә ҡарата ниндәйҙер хәстәрлек күрергә, ҡыйынлыҡтарҙан арынырға ярҙам итеүҙең бер өлөшө булып тора, шулай уҡ ғаилә ялы ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
Предприятиеның коллектив килешеүендә теркәлеүенсә, социаль гарантиялар бер нисә тапҡыр иң яҡшы тармаҡтарҙың береһе тип танылды.
Быларҙан тыш, “Транснефть-Урал” акционерҙар ойошмаһы мәктәп һәм дауаханаларға һәр ваҡыт хәйриә ярҙамы күрһәтеп тора. Ойошманың “Гран-при”ға лайыҡ булыуын, ышаныс менән юғары социаль һөҙөмтәлелеген раҫлаусы тағы ла бер еңеү тип атарға була.
Читайте нас: