+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 12:40

Өсөнсө тулҡын килә ҡалһа...

Коронавирустың өсөнсө тулҡыны булырмы? Ғөмүмән, был хаҡтағы фараздар ниндәй? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта республикаға пандемияның өсөнсө тулҡыны килгән осраҡта сценарий нисек үҫешәсәге тураһында һөйләнеләр.

Коронавирустың өсөнсө тулҡыны булырмы? Ғөмүмән, был хаҡтағы фараздар ниндәй? Башҡортостан Һаулыҡ һаклау министрлығында уҙған брифингта республикаға пандемияның өсөнсө тулҡыны килгән осраҡта сценарий нисек үҫешәсәге тураһында һөйләнеләр
Республикабыҙҙа, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар һанының кәмеүе күҙәтелә. Ләкин табип-эпидемиологтар һәм Роспотребнадзор вәкилдәре әйтеүенсә, донъяла ковидҡа бәйле хәл тотороҡло түгел. Шуға күрә инфекцияның өсөнсө тулҡыны хаҡында фараздар яһау ҡатмарлы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сценарий нисек үҫешкән осраҡта ла кешеләргә ваҡытында, тулыһынса медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер. Бының өсөн тейешле тәжрибә лә, квалификациялы кадрҙар ҙа етерлек. Шулай уҡ кәрәкле инфраструктура ла бар – резервтағы койкалар етерлек, ихтыяж тыуғанда, уларҙы 48 сәғәт эсендә йәйелдерергә мөмкин.
Әле республика йоғошло сирҙәрҙән дауалау өсөн 1900 койка йәйелдерелгән. Был – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы рекомендацияларына ярашлы минималь койкалар һаны.
Сир кәмей башлаһа ла, унан һаҡланыу хаҡында һис кенә оноторға түгел. Белгестәр мотлаҡ санитария-эпидемиология эпидемиология талаптарын күҙәтергә – битлек кейеп йөрөргә, дезинфекция сараларын ҡулланырға, шулай уҡ вакцина эшләтергә саҡыра.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: