+23 °С
Облачно
Новости
31 Марта 2021, 07:38

Ришүәт алыуҙа ғәйепләнәләр

Еңел аҡса эшләргә тырышыусыларҙы коррупцияға ҡаршы көрәш тә ҡурҡытмай. Республика юлдарында йөк автомобилдәренең ауырлығын күҙәтеүҙә тотоусы һәм тикшереүсе ойошманың 8 хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Ошо көндәрҙә уларҙы иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡулға алды. Был хаҡта “Башҡортостан- 24” каналының яңылыҡтар сығарылышы хәбәр итә.
Ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе эш урынында уҡ тоталар. Видео кадрҙан күренеүенсә, ғәйепләнеүселәрҙә һәм уларҙың йорттарында тентеү ваҡытында бик ҙур сумма аҡса табыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас