+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 11:00

Ҡорамалдар яңыра

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына 417 яңы компьютер алынған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына 417 яңы компьютер алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Дауаханала һәм поликлиникаларҙа эшләгән табиптарыбыҙҙың һәм шәфҡәт туташтарыбыҙҙың компьютерҙарын алыштырырға ниәтләйбеҙ. Яңы ҡоролмалар республика медицина мәғлүмәт системаһында эшләү талаптарына тап килә. Улар тиҙ арала эш урындарына тоташтырылыр, – ти медицина ойошмаһының баш табибы Ринат Нагаев.
Компьютер паркы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” программаһына ярашлы яңыртылды, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: