+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 15:21

Өҙөлгән ғүмерҙәр 360-тан артты...

Республикабыҙҙа тәүлек эсендә ковидтан йәнә өс ғүмер өҙөлдө, мәкерле инфекциянан вафат булыусылар 361-гә етте, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Республикабыҙҙа тәүлек эсендә ковидтан йәнә өс ғүмер өҙөлдө, мәкерле инфекциянан вафат булыусылар 361-гә етте, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 106 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡтороусылар 32 358 иҫәпләнә.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 220 сырхау ята. 17-һенең хәле ауыр, өсәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр, ти табиптар.
Табип тәғәйенләгән дауаларҙы өйөндә алыусылар – 4 325.
Үткән тәүлектә 172 яҡташыбыҙ, коронавирусты еңеп, дауахананан өйөнә ҡайтҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 27 452.
Министрлыҡ шулай уҡ дауахананан тыш пневмония хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә еткерә. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 127 кешегә ҡуйылған, был сирҙән ҡотолоусылар – 138.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: