Үткән йылдың декабрендә Президент Владимир Путин Хөкүмәткә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың самаһыҙ артыуын даими контролдә тоторға күрһәтмә биргәйне.
Кисә премьер-министр Михаил Мишустин үҙенең ҡарары менән шәкәргә һәм үҫемлек майына хаҡтарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу тураһында килешеүҙе раҫланы, тип белдерә киң мәғлүмәт саралары.
Шәкәр 1 июнгә тиклем 46 һумдан юғары булмаған хаҡҡа һатыласаҡ. Ә шыйыҡ май һатыуҙа 1 октябргә тиклем 110 һумдан артмаҫҡа тейеш. Килешеү ошо ризыҡтарҙы етештереүсе тармаҡтар ассоциациялары менән төҙөлгән.
Хөкүмәт шулай уҡ, экология өсөн йыйым түләүе күтәрелеү сәбәпле, һөткә хаҡтар аратасаҡ, тигән имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.