+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 11:05

“Ҡатын- ҡыҙ- бәхет биләмәһе” проекты Борайҙа үтте

Борай районында “Ҡатын- ҡыҙ- бәхет биләмәһе” Асыҡ академияһының сираттағы осрашыуы үтте. Был традицион сара төбәктең төрлө йәштәге ҡатын- ҡыҙҙарын район мәҙәниәт йортона йыйҙы. Унда проекттың етәксеһе Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты.

Борай районында “Ҡатын- ҡыҙ- бәхет биләмәһе” Асыҡ академияһының сираттағы осрашыуы үтте. Был традицион сара төбәктең төрлө йәштәге ҡатын- ҡыҙҙарын район мәҙәниәт йортона йыйҙы. Унда проекттың етәксеһе Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты.
“Ҡатын ҡыҙ – бәхет биләмәһе” үҙенең ойоштороу кимәле, йүнәлеше буйынса бик күп сараларҙы үҙ эсенә ала. Иң мөһиме ҡатын- ҡыҙҙарҙың, балалы әсәләрҙең табиптарға күренеү, сетерекле мәсьәләләр буйынса психологтар менән әңгәмәләшеп алыу, кәңәшләшеү мөмкинлеге бар.
Борайҙа үткән осрашыуҙа ла алдан яҙылыу буйынса, район мәҙәниәт үҙәгендә балаларҙы- невролог, эндокринолог, травматолог- ортопед, акушер- гинеколог ҡабул итте, өлкәндәрҙе онколог- маммолог ҡараны. Барлығы 124 кеше табиптарҙа булды, 43 ҡатын- ҡыҙ маммография тикшереүе үтте.
Ҡатын- ҡыҙ өсөн биҙәнеп- төҙәнеү әйберҙәре лә, был өлкәлә белгестәр кәңәше лә мөһим. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында шулай уҡ косметология, визаж, стилист буйынса белгестәр эшләне, ошонда уҡ оҫтахана һабаҡтары ла алырға мөмкин ине.
Проект етәксеһе Каринэ Хабирова ошо сараларҙы ҡараны һәм райондың Шабай ауылындағы балалар йортона барҙы, балаларға бүләктәр тапшырҙы.
“Ҡатын- ҡыҙ- бәхет биләмәһе”ндә район ҡатын- ҡыҙҙар советы, атайҙар ҡоро һәм ветерандар советы бик әүҙем ҡатнашты.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: