Йәш ғаилә менән урманда ни хәл булған? Фажиғә бик күп һорауҙар тыуҙыра.
30 мартта Баҡалы районы Нуғайбәк ауылы янындағы урман ситендә ир менән ҡатындың кәүҙәләре табылған. Асыҡланыуынса, 21 йәшлек ҡатын менән 32 йәшлек ир күптән түгел никахлашҡан булған.
«Тәфтишселәр фаразынса, бәхәсләшкән саҡта ир ҡатынын мылтыҡтан атып үлтергән, шунан үҙенә ҡул һалған. Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һорау алыу бара», — тип белдерәләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Криминалистар ошо осраҡ буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.