+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 14:42

21 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере ҡыйылған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Әзербайджан гражданын 21 йәшлек ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Уның кәүҙәһе ҡуртым фатирында табылған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Әзербайджан гражданын 21 йәшлек ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Уның кәүҙәһе ҡуртым фатирында табылған.
Социаль селтәрҙәрҙә башта ҡыҙҙың юғалыуы хаҡында мәғлүмәт тарала. Унан күренеүенсә, 21 йәшлек Өфө ҡыҙы 24 мартта уҡ ғәйеп булған. Бер нисә көндән һуң уның кәүҙәһе Стәрлетамаҡтағы ҡуртым фатирында табыла.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир уға 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Ул 24 йәшлек Әзербайджан егете тигән фараздар әйтелә һәм ғәйепләнеүсене эҙләү алып барыла.
Ҡыҙҙың яҡындары, уның енәйәтсе менән яҡшы таныш булыуын билдәләгән, бергә эшләүҙәрен дә хәбәр иткән. Ҡыҙҙың картаһынан аҡсалары ла юғалған тигән белдереүҙәр ҙә бар.
Әле ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе тотолған. Кеше үлтереүгә килтергән фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: