+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 08:50

Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһы исемен биреү өсөн тауыш бир

Республика йәмәғәтселеге Яныбай Хамматовҡа үлгәндән һуң (1925 — 2000) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен биреү өсөн сығыш яһай.

Республика йәмәғәтселеге Яныбай Хамматовҡа үлгәндән һуң (1925 — 2000) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен биреү өсөн сығыш яһай.
Ошо тема республика телевидениеһында яңғырағандан һуң интернетта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменә петиция башланды. Бөгөнгә петицияға 700-ҙән ашыу кеше үҙенең ҡултамғаһын ҡуйған.
Яныбай Хамматов 20-ләгән роман, тиҫтәләгән повесть-хикәйә яҙған. Ул – «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда», «Йондоҙҙар ниск ҡабына», «Тыуған көн», «Төньяҡ амурҙары», «Башҡорттар китте һуғышҡа …» һәм башҡа әҫәрҙәр авторы. Уның әҫәрҙәре рус, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
«Яныбай Хамматов тере сағында уҡ ысын халыҡ яҙыусыһы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был исем уға рәсми рәүештә бирелмәне. Тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә һәм уны, үлгәндән һуң булһа ла, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» исеме менән бүләкләргә кәрәк. Яҙыусының китаптары Башҡортостан китап нәшриәтендә, «Современник» һәм «Воениздат» нәшриәттәрендә донъя күрҙе. Ошо әҫәрҙәр һаман да бик популяр. Ул «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ», — тип яҙа петиция авторы, журналист Баныу Ҡаһарманова.
1996 йылдың 18 апрелендәге указға ярашлы, «башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс һалған, халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған тәрән идеялы һәм юғары художестволы әҫәрҙәр ижад иткән, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек алып барған күренекле яҙыусыларға» ошо маҡтаулы исем бирелә.
Читайте нас: