+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 12:50

Ковидтан прививка яһатыу пункттары арта

Башҡортостанда 95 мең кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан. 132 мең яҡташыбыҙ уның тәүге компонентын алған.

Башҡортостанда 95 мең кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан. 132 мең яҡташыбыҙ уның тәүге компонентын алған. Был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Республикала вакцинациялау буйынса 134 стационар пункт һәм биш мобиль пункт эшләй. Шуларҙың дүртәүһе Өфөлә: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында, “Мега”, “Планета”, “Башкирия-Лайфстайл үҙәге” сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан, берәүһе Стәрлетамаҡ ҡалаһының "СитиМолл" сауҙа үҙәгендә асылған.
“Тағы ла бер нисә мобиль пункт асыу күҙҙә тотола”, – тип өҫтәне Максим Забелин.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: