Ыңғай билдә өсөн “зачетка”ға һалынған аҡса, яҡшы ҡараһындар өсөн табипҡа “төртөү”, рәхмәт йөҙөнән аҡса һәм башҡалар...
Быларға беҙҙең халыҡ ҡәҙимге хәл булараҡ ҡарай, асылда, уның енәйәти аҙым икәнен уйлап та бирмәй. Ә законда ул, ришүәт биреү һәм алыу, тип баһалана.
Рәсәй Генераль прокуратураһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҙур булмаған ришүәт биреү (алыу) осрағы теркәлгән төбәктәр араһында Башҡортостан Мәскәү һәм Краснодар крайы менән бергә “алдынғы”лар рәтендә бара. Был осраҡта һүҙ 10 мең һумдан түбән ришүәт күләме тураһында бара.
Ғөмүмән алғанда, был төр енәйәт быйыл ғинуар һәм февралдә илдә 11,8 процентҡа артҡан.