0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 11:37

Хуш, саңғы, киләһе ҡышҡа тиклем!

Нуриман районында ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн саңғы ярышы ойошторолдо. Шулай ҡыш менән хушлашып, саңғы миҙгелен яптылар.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Нуриман районында ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн саңғы ярышы ойошторолдо. Шулай ҡыш менән хушлашып, саңғы миҙгелен яптылар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Саңғы ярышы үткәреү районыбыҙҙа матур ғәҙәткә әүерелде. Халыҡтың спорт сараларында үҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Спорт тормош рәүешенә әйләнергә тейеш, – ти район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.
Ярышта 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Стартҡа баҫыусылар йәш буйынса 12 төркөмгә бүленгән. Финишта уларҙы ҡайнар сәй көтә ине. Кемдер тәүге урындарҙы алып ҡыуанһа, башҡалар тәбиғәт ҡосағында сәләмәтлеген нығытып, сағыу тәьҫораттар тупланы.
Ярыштың партнеры – “Бухта кила” ял базаһы.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде.
Фото – Нуриман район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: