+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 11:14

Халыҡ шағирына арналған кинофильм төшөрөлә башланы

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған кинофильмға тотондолар. Уны “Шағир көндәлеге” исеме менән, режиссер Булат Йосопов етәкселегендәге ижади төркөм төшөрә.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған кинофильмға тотондолар. Уны “Шағир көндәлеге” исеме менән, режиссер Булат Йосопов етәкселегендәге ижади төркөм төшөрә.
Картинаның тәүге төшөрөү процесстары былтыр республика матбуғат йортоноң конференц залында, типография цехтарында үтте. Сөнки шағирҙың тормошо Башҡортостан әҙәбиәте менән генә түгел, ә матбуғат, баҫмалар менән дә бәйле. Әйткәндәй Рәми Ғарипов заманында “Башҡортостан ҡыҙы” журналында ла эшләй. Уның тормошоноң матур бер өлөшө ҡатын- ҡыҙҙар баҫмаһы менән дә бәйләнгән.
Фильмды Өфөлә, Ташкентта ла төшөрәсәктәр. Бик күп ҡышҡы пландар ҙа кәрәк буласаҡ, ти белгестәр. Картинаны киләһе йылдың яҙ айҙарына тамамлау күҙ уңында тотола. Режиссер Булат Йосоповтың журналға әңгәмәһендә билдәләүенсә, Рәми Ғарипов- ул үҙе бер дәүер.
-Минең өсөн Рәми Ғарипов- ул цивилизатор, үҙ заманынан күпкә алда күргән, туған телдең баһаһын күтәргән шәхестәрҙең береһе. Әҙип халҡыбыҙҙы үҫтереү һәм белемле итеүҙән тыш, донъя кимәлендәге әҙәбиәткә лә бик күп мөрәжәғәт итә, уны башҡорт мөхитенә яҡынайта. Икенсенән, ул беҙҙең ғаиләгә лә бик яҡын кеше, уның бер өлөшө, атайым Тимер Йосоповтың дуҫы, ҡәләмдәше. Шағирҙың беҙҙең өйгә килеүен мин хәтерләмәйем, әммә апайым яҡшы иҫләй. Шағир көндәлектәре минең өсөн бик ҡәҙерле, ул шәхестең күңел торошон ғына түгел, ә эҙләнеүҙәрен, уйланыуҙарын, хәсрәт- борсолоуҙарын сағылдырған ҡомартҡы.
Төшөрөү процесстарынан билдәле булыуынса, бәләкәй Рәми ролендә беҙгә билдәле йәш актер Арыҫлан Ҡырымсурин уйнаясаҡ. Ә Рәми ролендә беҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаевты күрәсәкбеҙ.
Картина халыҡ шағирына -халыҡ фильмы тип иғлан ителде. Сығымдарҙың ниндәйҙер өлөшөн халыҡтан йыйылған аҡса ҡаплаясаҡ. Ә дөйөм алғанда буласаҡ картинаға 23 миллион һум финанс талап ителә. Картинаны төшөрөү былтыр пандемияға бәйле туҡтатылғайны. Хәҙер уның өҫтөндә эш ҡайтанан башланды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: