+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 11:01

Физика, химия, биология фәндәрен тәрәндән өйрәнерҙәр

2021 йылда “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектына Бүздәк районының өс белем усағы ингән: Бүздәк ауылының 1-се мәктәбе, Ғафури һәм Кәпәй-Ҡобау ауылдары мәктәптәре. Уларҙа “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа килә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2021 йылда “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектына Бүздәк районының өс белем усағы ингән: Бүздәк ауылының 1-се мәктәбе, Ғафури һәм Кәпәй-Ҡобау ауылдары мәктәптәре. Уларҙа “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа килә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Мәктәптәргә “Физика”, “Химия”, “Биология” йүнәлештәре буйынса белем һәм тәрбиә биреү йыһаздары алына.
– “Мәғариф” милли проекты кабинеттарҙы ауыл мәктәптәрендә етмәгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота. Милли проектта ҡатнашыу беҙгә белем биреүҙең яңы баҫҡысына күтәрә, балаларҙың командала эшләргә, предметтарҙы тәрәнерәк өйрәнергә, төрлө конкурстарға әҙерләнергә мөмкинлеге арта, – ти Бүздәк ауылының 1-се мәктәбе директоры Илдар Саҡаев.
Фото – Бүздәк район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: