+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 13:10

Үҙенсәлекле оҫтахана

Нефтекама ҡалаһында Ҡурсаҡ театры эргәһендә тегеү оҫтаханаһы асырға йыйыналар. Үҙенсәлекле проект ҡаланың сәләмәтлеге сикләнгән кешеләре менән эшләү өсөн булдырылған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Нефтекама ҡалаһында Ҡурсаҡ театры эргәһендә тегеү оҫтаханаһы асырға йыйыналар. Үҙенсәлекле проект ҡаланың сәләмәтлеге сикләнгән кешеләре менән эшләү өсөн булдырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” Республика ойошмаһының Нефтекама ҡала ойошмаһы һәм Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәге коммерция булмаған ойошмалары ҡатнашлығында “Ҡурсаҡ театры эргәһендәге театраль тегеү оҫтаханаһы” проекты әҙерләнгән һәм 2021 йылда президент гранты конкурсында ҡатнашыу өсөн ебәрелгән.
Уникаль проект Нефтекама ҡалаһының сәләмәтлеге сикләнгән оло йәштәгеләр менән эшләү өсөн булдырылған. Уны тормошҡа ашырыу барышында ҡурсаҡ театры өсөн реабилитацион труппа һәм ҡурсаҡтар, декорация тегеү өсөн оҫтахана булдырыу ҡарала.
Фото – Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: