+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 08:45

Егеттәрҙең йөрәген елкендерер указ

Бындай документҡа дәүләт башлығы йылына ике тапҡыр ҡул ҡуя.

Бындай документҡа дәүләт башлығы йылына ике тапҡыр ҡул ҡуя.
Президент Владимир Путин 2021 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем сираттағы хәрби саҡырыу үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә хоҡуҡи порталда.
Яҙғы саҡырылыш осоронда Рәсәй хәрби көстәре 134 650 йәш һалдат менән тулыланырға тейеш. Әрме сафына 18 йәштән 27-гә тиклемге һау-сәләмәт егеттәр алына. Коронавирусҡа бәйле, яҙғы саҡырылыш мәлендә лә талап ителгән хәүефһеҙлек саралары тулыһынса үҙ көсөндә ҡала. Йәш һалдаттарға үҙ теләге менән вакцинация үтеү хоҡуғы биреләсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: