-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 15:59

Битлектәрҙе сисергә ашыҡмағыҙ!

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең Контроль идаралығы үткәргән тикшереүҙәр ҡайһы бер ойошмаларҙа ковидҡа ҡаршы профилактика саралары тейешле кимәлдә үтәлмәүен күрһәткән.

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең Контроль идаралығы үткәргән тикшереүҙәр ҡайһы бер ойошмаларҙа ковидҡа ҡаршы профилактика саралары тейешле кимәлдә үтәлмәүен күрһәткән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров район-ҡала башлыҡтарына санитар-эпидемиология талаптарын күҙәтеү буйынса эште көсәйтергә ҡушты.
Тикшереү уҙған 53 объекттың 15-ендә етешһеҙлектәр асыҡланған.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы өлкәндәр поликлиникаһында килеүселәрҙең тән температураһы үлсәнмәй, “бысраҡ” һәм “таҙа” зоналар исем өсөн генә билдәләнгән, битлек режимы 50 процентҡа ғына үтәлә. Бәләбәй балалар поликлиникаһында ла ингән саҡта температура үлсәмәйҙәр, “ҡыҙыл” зонанан “таҙа”һына үтеп йөрөргә мөмкин. Учалы һәм Бөрө дауаханаларында шулай уҡ температура үлсәнмәй, битлек режимы 50 процентҡа ғына күҙәтелә. Нефтекама ҡалаһы поликлиникаһында “ҡыҙыл” зона эшләмәй. Үрге Йәркәй дауаханаһында һәм онкология диспансерының Октябрьскийҙағы филиалында хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһы битлек кеймәйенсә йөрөй. Илеш районы, Октябрьский ҡалаһы хакимиәттәрендә лә температура үлсәүгә бармаҡ аша ҡарайҙар, хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһынан күберәге битлек кейеүҙе кәрәк тип тапмай икән.
“Инфекция көсәйеү арҡаһында әле күп дәүләттәр тулы сикләүҙәр индерә. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙа башланған хәл беҙгә лә килеп етә. Шуға күрә әҙер булырға кәрәк. Һәм беҙҙең ҡотолоу юлы – дисциплинаны, ковидҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү һәм вакцинация”, – тип билдәләне республика Башлығы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: