+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 21:17

Бала пособиеһы яңы ҡағиҙәләр буйынса иҫәпләнә

1 апрелдән өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы тәрбиәләүсе ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итә ала. Был түләүҙәр быйылдан яңы ҡағиҙәләр буйынса билдәләнә.

1 апрелдән өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы тәрбиәләүсе ғаиләләр арттырылған пособиеға дәғүә итә ала. Был түләүҙәр быйылдан яңы ҡағиҙәләр буйынса билдәләнә. Бөгөн “Башинформ” агентлығында уҙған брифингта шул турала һүҙ барҙы.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова билдәләүенсә, республикала был маҡсатҡа яҡынса 13 миллиард һум аҡса талап ителәсәк. Сығымдарҙың 88 процентын федераль бюджет күтәрһә, 12 процентын республикабыҙ бүлә.
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, әле пособиеның был төрө 100 мең самаһы ғаиләгә түләнә. Уларҙың табыштары элекке кимәлдә һаҡланған хәлдә, өс йәштән ете йәшкә тиклемге һәр бала өсөн яҡынса 45 мең ғаилә – 10 077 һум, 40 меңе – 7 557,75 һум, 15 меңе 5 038,5 һум (йәғни пособиеның база күләмен) аласаҡ.
Ольга Кабанова шуға туҡталып китте: элек рәсми табыштары йән башына йәшәү минимумынан түбән бөтә ғаиләләр мохтаж тип һаналһа, хәҙер иһә уларҙың милке: фатирҙары, йорттары, ер участкалары, транспорты ла иҫәпкә алына. Мәҫәлән, әгәр ғаиләнең табышы йәшәү минимумынан түбән булып та, ул бер нисә фатирға йәки йортҡа эйә икән, торлаҡтың майҙаны иҫәпләнә. Фатирҙа һәр кешегә тура килгән майҙан 24 квадрат метрҙан, йортта 40 квадрат метрҙан артмауы мөһим. Торлаҡ социаль ярҙам рәүешендә алынған осраҡтар иҫкәрмә булып тора. Фатир йәки йорт берәү генә булған саҡта уның майҙанын һанамаясаҡтар.
Ер участкалары ла мотлаҡ иҫәпләнәсәк. Пособиеға шәхси милкендәге ере 25 сутыйҙан артмаған ҡала ғаиләләре дәғүә итә ала. Ауыл ерендә бының өсөн ерҙең 1 гектарҙан ҙур булмауы зарур. Ер социаль ярҙам сиктәрендә бирелгән осраҡтар иҫкәрмә булып тора.
Шулай уҡ шәхси милкегеҙҙә торлаҡ тип һаналмаған бер бина, бер дача һәм бер гараж (йәки күмәк ғаилә һәм инвалид баланың ата-әсәһе өсөн – ике) булырға мөмкин.
Пособие тәғәйенләгәндә транспорт та иғтибарға алына. Түләүгә дәғүә итеүсе ғаиләлә автомобиль һәм мотоциклдың берҙән артыҡ булмауы шарт. Автомобиль двигателенең ҡеүәте 250 ат көсөнән артмауы мотлаҡ. Автомобилдәр һәм мотоциклдар һаны буйынса иҫкәрмәләр тик ишле һәм инвалид балалы ғаиләләргә яһала.
Быйыл пособие билдәләгәндә йәнә бер мөһим нәмә күҙҙә тотоласаҡ – ғаиләнең һәр өлкән ағзаһының ниндәй ҙә булһа рәсми табышы булырға тейеш (хеҙмәт хаҡы, эшҡыуарлыҡтан килем, стипендия йәки пенсия). Бер ниндәй ҙә табышығыҙ юҡ икән, пособие бирелмәйәсәк. Был ҡағиҙә түбәндәгеләргә ҡағылмай: өс йәшкә тиклемге сабыйҙы ҡарау буйынса отпускыла булыусыларға, инвалидты тәрбиәләүселәргә, көндөҙгө бүлектә уҡыусыларға, армияла хеҙмәт итеүселәргә (унан ҡайтҡас, тағы өс ай), иректән мәхрүм ителеү урындарына ебәрелеүселәргә (иреккә сыҡҡас, тағы өс ай), ауырыусыларға (өс айҙан артыҡ) һәм мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән эш эҙләүселәргә (иң күбе – ярты йыл). Шулай уҡ күп балалы ғаиләлә ата-әсәнең береһе, үҙен сабыйҙарҙы ҡарауға арнап, эшләмәҫкә мөмкин.
Ҙурайтылған пособиены алыу өсөн ғаризалар 1 апрелдән 31 декабргә тиклем ҡабул ителә. Ҡасан мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан, пособиеның яңыса иҫәпләнгән күләме 2021 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнә. Ғаризаны электрон рәүештә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында бирә алаһығыҙ. Алдан яҙылып, уны халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге бүлектәрендә, йә күп функциялы үҙәктә ҡалдырырға ла була. Ғариза һигеҙ блоктан тора, ашыҡмай ғына тултырыу фарыз.
Һорауҙар тыуһа, социаль яҡлау үҙәгенең күп каналлы телефонына шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 200-80-80.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: