+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 09:40

122 хеҙмәткәр ҡыҫҡартыла

Башҡортостандың Ер һәм милөк мөнәсәбәттәре министрлығында ҙур үҙгәртеп ҡороу бара.

Башҡортостандың Ер һәм милөк мөнәсәбәттәре министрлығында ҙур үҙгәртеп ҡороу бара.
РБК-Өфө агентлығы хәбәр итеүенсә, министрлыҡтың район һәм ҡалаларҙағы комитеттары үҙәк аппаратҡа ҡушыла. Һөҙөмтәлә 122 хеҙмәткәр ҡыҫҡартыуға эләгә.
Былтыр республикала Ер тураһында законға төҙәтеүҙәр индерелгәйне. Уға ярашлы, ер бүлеү, уға ҡағылышлы башҡа дәүләт эшмәкәрлеге электрон форматҡа күсә. Башланған үҙгәртеп ҡороуҙың төп маҡсаты – был эште ябайлаштырыу, документтар әйләнешен мөмкин тиклем асыҡ итеү һәм ришүәтселекте кәметеү.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: