Афәтле сир бер ҡайҙа ла китмәне, ҡорбандарын һағалап, янда ғына йөрөй. Коронавирустан типһә тимер өҙөрлөк йәштәрҙең дә донъя ҡуйыуы уның ни тиклем дәһшәтле булыуы хаҡында һөйләй. Уяулыҡты кәметмәгеҙ, дуҫтарыбыҙ.
Һуңғы тәүлектә зәһәр инфекциянан тағы дүрт ғүмер өҙөлгән. Ял көндәрендә иһә ете яҡташыбыҙ донъя ҡуйған. Республикала ковид ҡорбандары 356-ға етте.
Башҡортостанда 29 мартҡа ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 32 144 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 110 ауырыу өҫтәлгән.
Әлеге мәлдә яһил сирҙән дауаланыусылар – 4 650: 4 385-е амбулатор шарттарҙа дауа ала, 265-е стационарҙа ята, 26-һы ауыр хәлдә.
Пандемия башланғандан алып 27 138 кеше инфекцияны еңеүгә өлгәшкән, шуларҙың 126-һы аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 69 сырхауҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 89.