-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 10:03

Һуңғы юлға оҙаталар

Бөгөн Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихинды һуңғы юлға оҙаталар. Ул 33 йәшендә генә коронавирус сиренән вафат булды. Хушлашыу Асҡын районында үтәсәк.

Бөгөн Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихинды һуңғы юлға оҙаталар. Ул 33 йәшендә генә коронавирус сиренән вафат булды. Хушлашыу Асҡын районында үтәсәк.
Ришат Марат улы Дихин 2019 йылдың февралендә генә Асҡын районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенлән. Үҙенең вазифаһында ике йыл эшләп өлгөргән. Етәксе тыуған яғына ҡайтҡас та ең һыҙғанып эш башлаған, киләсәккә матур пландар менән йәшәгән. Дөйөм алғанда, райондаштары, төбәктең үҫешен йәш етәксе менән бәйләгән, уға ҙур өмөттәр бағлаған. Был турала район халҡы вәкилдәре, ҡайғы уртаҡлашып, социаль селтәрҙәрә яҙып сыҡты.
Ришат Марат улының Өфөнөң Зубово ҡасабаһындағы дауаханала ятыуы билдәле. Йәшәү өсөн ул өс аҙна көрәшә, һуңғы һулышына тиклем дуҫтары, яҡындары менән аралаша, райондағы эштәр барышы менән ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтамай.
Ошо көндәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров, күп төрлө ведомство етәкселәре, дуҫтары, яҡындары, таныш һәм таныш булмаған кешеләр ҙә Ришат Дихиндың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, йәшләй генә арабыҙҙан киткән типһә тимер өҙөрлөк ир-уҙамандың ваҡытһыҙ үлеме айҡанлы үкенес белдерҙе.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһы ла мәрхүмдең турғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, оло юғалтыу алдында сабырлыҡ теләй.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: