Туймазы ҡалаһында “Дуҫлыҡ хороводы” балалар халыҡ хореографияһы буйынса VIII асыҡ республика фестивале тамамланды. “Родина” мәҙәниәт һарайында бөтә республиканан йыйылған 30 коллектив ике көн дауамында бейеү оҫталығын күрһәтте.
Бер сәхнәлә төрлө халыҡ бейеүҙәрен башҡарған йәш коллективтар йыйылды. Сағыу милли костюмдарҙа сығыш яһаған балалар халыҡ мәҙәниәтен уның бөтә төрлөлөгөндә күрһәтә алды.
Сара республика халыҡ ижады үҙәге ҡатнашлығында ойошторолдо. Уҙған ял көндәрендә фестивалдең Гала-концерты уҙҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы булды.
Фестивалдең Гран-приһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ҡояшҡай” халыҡ хореографияһы театр-студияһы төркөмөнә бирелде. Етәкселәре - Гүзәл һәм Роберт Ишмаковтар.
Беренсе дәрәжә лауреаттар араһында, иң бәләкәй йәш арауығында - Туймазы ҡалаһының “Арлекин” студияһы ( етәксеһе- Гөлназ Абсатарова), урта йәш категорияһында, Ғафури районынан “Быҙыбыт” өлгөлө хореография ансамбле (етәксеһе- Илшат Хәйбуллин), өлкән йәш арауығында Туймазы ҡалаһынан “Сәфәр” хореография ансамбле ( етәкселәре - Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар) яуланы.