Республиканың 122 медицина ойошмаһына 715 принтер алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектын бойомға ашырыу маҡсатында алынған.
Принтерҙар Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында эшләгәндә медицина хеҙмәткәрҙәренең автоматлаштырылған эш урынына тоташтырыла.
– Заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу медицина персоналының эш сифатын ғына түгел, эш барышын оптималләштерә, ваҡытты экономиялай, анализдарҙы, табип күрһәтмәләрен, ауырыу тарихын тиҙ арала баҫып сығарыуҙы тәьмин итә, – ти БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.