0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 15:33

Хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса алда

29 марттан 2 апрелгә тиклем республикала граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреүҙе тикшереү бара.

29 марттан 2 апрелгә тиклем республикала граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреүҙе тикшереү бара.
Рәсәй оборона, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт министрлыҡтары, Рәсәй Ҡораллы көстәренең Баш хәрби-сәйәси идаралығы, ДОСААФ вәкилдәренән торған Үҙәк конкурс комиссияһы төбәктең граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙә ҡатнашҡан учреждениелары эшен тикшерә.
29 мартта Башҡортостан Хөкүмәтендә был йүнәлештә республиканың 2020 йылдағы эше һөҙөмтәләре ҡаралды.
2020 йылдағы эштәр һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалында еңеүселәр исеменә Башҡортостан Республикаһынан тыш тағы ла Рәсәйҙең ике субъекты – Ставрополь крайы һәм Орлов өлкәһе – дәғүә итә.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: