+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 09:30

Хөкүмәт отставкаға китте

Президент Владимир Путин 23 мартта, ышанысты юғалтыу сәбәпле, Пенза өлкәһе губернаторы Иван Белозерцевты отставкаға ебәргәйне.

Президент Владимир Путин 23 мартта, ышанысты юғалтыу сәбәпле, Пенза өлкәһе губернаторы Иван Белозерцевты отставкаға ебәргәйне.
Төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу сенатор Олег Мельниченкоға йөкмәтелде. Үткән шәмбелә уны урындағы чиновниктар һәм депутаттар менән Волга буйы федераль округындағы Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы.
Кисә Олег Мельниченко өлкә хөкүмәтен отставкаға ебәреү тураһында рәсми документҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт агентлыҡтары. Төбәктең Уставына ярашы, губернатор менән бергә хөкүмәт тә отставкаға китергә тейеш.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: