Генерал Горбатов урамындағы 9-сы йорт тапҡырында ҙур соҡор барлыҡҡа килә һәм шунда ултырған Хендай Солярис автомобиле зыян күрә. Урынға ҡотҡарыусылар саҡыртыла. Бәхеткә күрә, ҡазаланыусы кешеләр юҡ. Әле соҡор кәртәләп алынған, ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре асыҡлана.