+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 14:55

Башҡортостан коллективы өсөнсө урында

Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәр араһында уҙғарылған театрҙар конкурсының финалында, Башҡортостандың театр коллективы иң яҡшы өс еңеүсе иҫәбенә инде. Бәләбәй ҡалаһының “Браво” театр- студияһы өсөнсө урын яуланы.

Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәр араһында уҙғарылған театрҙар конкурсының финалында, Башҡортостандың театр коллективы иң яҡшы өс еңеүсе иҫәбенә инде. Бәләбәй ҡалаһының “Браво” театр- студияһы өсөнсө урын яуланы.
Был фестиваль балалар һәм йәш театр коллективтарын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлек ул. Ошо сара сиктәрендә улар грант ота, киң даирә тамашасыларға үҙҙәрен таныта, билдәләлек яулай.
Еңеүселәр онлайн- трансляция ваҡытында асыҡланды. Йыйылған балдарға ҡарап “Йәштәр өсөн иң яҡшы спектакль”, “Балалар өсөн иң яҡшы спектакль” номинациялары булдырылды.
Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһы студияһы өсөнсө урын яулап 100 мең һумлыҡ сертификатка эйә булды. Коллективҡа еңеүҙе Оскар Уайльд әҫәре буйынса ҡуйылған “Әлинур” тамашаһы килтерҙе. Уны сәхнәгә режиссер Олег Данилов ҡуйған.
Беренсе урын Шубашкар ҡалаһы, икенсе урынды Марий Эл республикаһынан килгән коллектив яуланы.
Шулай уҡ республика ижадсылары афишалар конкурсында ла еңеүселәр рәтендә. Өфөнән Яна Яблокованың эштәре өсөнсө урын алды.
Балалар коллективтары араһында Салауаттан “Арлекин” өлгөлө театр- студияһы республика исеменән сығыш яһаны.
Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙән барлығы 28 тамаша иң яҡшылар рәтенә дәғүә иткән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: