-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 09:35

Башҡортостан Бөтә Рәсәй ауыл спорт уйындарын уҙғарыуға дәғүә итә

Башҡортостан йыйылма командаһының X Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындарында еңеүе һөҙөмтәһендә республика киләһе ярыштарҙы үткәреүгә дәғүә итергә мөмкин. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр итте.

«Беҙ саңғыла, полиатлонда, шахматта, шашкала һәм спорт ғаиләләре ярышында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәттек. Республиканан Пермгә Бөрйән, Өфө, Шишмә, Әлшәй райондарынан 17 спортсы һәм ике тренер барҙы. Делегация етәксеһе – Шишмә районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Сергей Балуев», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Республика спортсылары илдең төрлө субъекттарынан килгән 700 спортсы менән миҙалдар өсөн көс һынашты. Уларҙың барыһы ла ауыл, урман, балыҡсылыҡ хужалыҡтарында, ҡулланыусылар кооперацияһында эшләй, фермерҙар, социаль хеҙмәткәрҙәр.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас в