+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2021, 14:44

Туризм үҫешә

Туристик рейтингтарҙа Башҡортостан – тәүге ун төбәк араһында.

Туристик рейтингтарҙа Башҡортостан – тәүге ун төбәк араһында.
Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән ултырышта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итә.
Башҡортостан Республикаһы Милли туристик рейтинг буйынса – 9-сы, туристар үҙ иткән төбәктәр рейтингында – 8-се, Рәсәйҙең ҡышҡы курорттары араһында 9-сы урында килә.
Бынан тыш, 2020 йылда республика “Урал аръяғы – 2020” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәргән өсөн Милли премиянан гран-при алды.
“Мөһабәт Ирәмәл” һәм “Башҡортостан йөрәге” тип аталған ике туристик-рекреацион кластер экологик туризмды үҫтереү буйынса алдынғы биләмәләрҙе билдәләүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы конкурсы финалына сыҡты.
“Янғантау” геопаркы 2019 йылда ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә инһә, үткән йылда был селтәргә “Торатау” геопаркын индереү буйынса эштәр башланды.
2020 йылда туристик навигация билдәләре ҡуйыу буйынса эштәр башланды, бөгөнгө көнгә 877 билдә урынлаштырылған.
Юл буйы хеҙмәтләндереүенә айырым иғтибар бүленә. 2024 йылға тиклем мең объектты йүнәлтергә, тағы мең яңы объект төҙөргә планлаштыралар.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: