БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2020 йылда Хөкүмәт эшмәкәрлегенә һөҙөмтәләр яһап, Башҡортостандың 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Мөһим бурыстар араһында яңы объекттар төҙөү һәм реконструкциялау эштәре лә бар.
Андрей Назаров әйтеүенсә, 2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда Евразия китапханаһы, хәҙерге сәнғәт музейы, Өфөнән М5 трассаһына сығыу юлы, байдарка һәм каноэла йөҙөү буйынса спорт мәктәбе, велосипед һәм саңғы спорт комплексы, ябыулы футбол манежы, йөҙөү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексы, фехтование, мотоспорт, шорт-трек үҙәктәре төҙөлә. Бынан тыш, Өфөлә Рус драма театрын, “Аҡбуҙат” ипподромын, дүрт трамплин комплексын, канат юлын реконструкциялау ҡаралған.