+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2021, 16:02

Хуш еҫтәрен сәсерҙәр

Баҡалыла йәйгә әҙерлек тулы кимәлдә бара. Район үҙәген биҙәр өсөн 12 мең төп сәскә сәселгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Баҡалыла йәйгә әҙерлек тулы кимәлдә бара. Район үҙәген биҙәр өсөн 12 мең төп сәскә сәселгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Баҡалы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре район үҙәген ҡарҙан таҙарта, аҙна һайын таҙалыҡ көндәре ойошторола. Коммуналь хеҙмәт эшселәре яҙ мәлендә район үҙәген төҙөкләндереүгә әҙерләнә. Быйыл төп иғтибар 2019 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының ”Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән Үҙәк майҙанға йүнәлтелә.
Йәй көнө был урында, шулай уҡ “Мин Баҡалыны яратам” стелаһы, 2-се мәктәп, ауыл советы һәм башҡа ерҙәрҙә клумбаларҙа меңдәрсә сәскәләр хуш еҫен таратып ултырыр, тип көтә баҡалылар. Ҡайҙа ниндәй сәскәләр ултыртыласағы хаҡында алдан план төҙөлгән, тип белдерә Баҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
Үҙәк майҙанда, мәҫәлән, рауза гөлдәре күҙҙең яуын алып ултырыр, петунияларҙан Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары рәүешендә композициялар ҡоролор, тип көтөлә. “Коммунхоз” ойошмаһы хеҙмәткәре Наталья Гаврикова әйтеүенсә, был ике флаг өсөн генә ике мең самаһы үрсетмә тотоноу ҡаралған. Ә район үҙәген барыһы 12 мең сәскә биҙәйәсәк.
Февралдә үк йәмәғәт урындарына ултыртыр өсөн биш мең петуния сәселгән. Мартта сальвия, циния, бәрхәт сәскәһе һәм башҡа гөлдәр сәскәндәр.
Фото – Баҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: