+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 09:25

Яңы ректор тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына яңы ректор тәғәйенләнде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына яңы ректор тәғәйенләнде.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, вазифаны Данияр Мәүлийәр улы Абдрахманов биләгән.
Ул 1980 йылдың 25 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Рәсәй дәүләт социаль университетында, Татарстан Фәндәр академияһында һөнәри әҙерлек үткән. Философия фәндәре кандидаты, доцент.
Хеҙмәт юлын 2001 йылда “Өфөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһының хәүефһеҙлек хеҙмәтендә башлаған. 2004 – 2007 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы. 2007 – 2016 йылдарҙа – Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында доцент. 2005 – 2016 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү институтында (әлеге ваҡытта – Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты) ғалим-секретарь, директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡарған.
2016 – 2019 йылдарҙа – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рухи хәүефһеҙлек һәм дини белемде үҫтереү фәнни-тикшеренеү институты директоры, 2019 – 2021 йылдарҙа Болғар ислам академияһы (Татарстан Республикаһы, Болғар ҡалаһы) ректоры вазифаларын башҡарған.
Читайте нас: