+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 16:03

Йәнә бер матур ғаилә тыуҙы

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, инстаграмда “Бейеүҙәр” проектын алып барған уңышлы балет артисы, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллина кейәүгә сыҡты. Үҙенең яртыһын ул бик ғәҙәти булмаған шарттарҙа таба. Пандемия осоронда аяғын һындырған бейеүсе дауаханаға мөрәжәғәт итә. Буласаҡ тормош иптәше, табип- травматолог Фәрит менән шунда таныша.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, инстаграмда “Бейеүҙәр” проектын алып барған уңышлы балет артисы, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллина кейәүгә сыҡты. Үҙенең яртыһын ул бик ғәҙәти булмаған шарттарҙа таба. Пандемия осоронда аяғын һындырған бейеүсе дауаханаға мөрәжәғәт итә. Буласаҡ тормош иптәше, табип- травматолог Фәрит менән шунда таныша.
Фәрит- Бәләбәй егете, уның да фамилияһы Хәйбуллин. Тимәк Миләүшәгә фамилия алыштырыу ҙа кәрәкмәҫ, моғайын.
Йәштәр танышлыҡтарына бер йыл тигәндә, Өфөлә никах туйын үткәрҙе. Йәштәргә никахты Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны, тантананы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов алып барҙы. Миләүшәгә алдағы пландары хаҡында һорашып, журнал исеменән мөрәжәғәт иттек.
- Никах туйыбыҙ 25 март үтеүгә ҡарамаҫтан, кейәүем бөгөн дауаханала ике операция эшләй. Мин ҡатын булараҡ, уны өйҙә көтәм. Туйыбыҙ, алла бирһә, йәйҙең йәмле көндәрендә буласаҡ. Алда мине гастролдәр көтә, Фәриттең дә эше етди. Шуға күрә пландар матур итеп туйға әҙерләнеү инде.
Миләүшә Хәйбуллина- Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы булыуҙан тыш, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт бейеүен, халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен пропагандалауға үҙ өлөшөн индергән ижадсы.
Әйткәндәй, оҙаҡламай тормошҡа сығасағын ул социаль селтәрҙә күптән белдереп яҙҙы. Бейеүсенең хәбәрселәргә бер әңгәмәһендә туй тантанаһына бик етди ҡарауы ла мәғлүм.
- Туй –ул кешенең тормошонда бер тапҡыр ғына була торған мөһим ваҡиға. Шуға күрә уға етди әҙерләнеү зарур. Туй мәжлесе үҙенең йылы мөхите, зауыҡлығы менән иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш.
Бейеүсе ижад менән шөғөлләнеүен дауам итһә лә, артабан күберәк иғтибарын ғаиләһенә бирәсәген билдәләй, балалар хаҡында хыяллана.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы исеменән Миләүшә һәм Фәрит Хәйбуллиндарҙы никахтары менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә бәхетле, тиң ғүмерҙәр теләйбеҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: