+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 09:50

VI Бөтә донъя фольклориадаһына – 99 көн

2021 – Бөтә донъя фольклориадаһы йылы.

2021 – Бөтә донъя фольклориадаһы йылы.
Былтыр үтә торған сара ковид пандемияһына бәйле кисектерелгәйне. Донъя халыҡтары мәҙәниәтен берләштергән ҙур фестиваль 3 – 10 июлдә Башҡортостанда үтә. Алтмыш илдән ике меңдән ашыу кеше үҙ халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырыу өсөн килер, тип көтөлә. Саралар республиканың 35 муниципалитетында уҙасаҡ.
Кисә Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһының Дирекцияһын тантаналы асыу сараһы үтте һәм фольклориада башланғанға тиклемге ваҡыттың кире иҫәбенә страт бирелде. Шулай итеп, бер көндө алып ташлаһаҡ, теүәл 99 көндән республикабыҙ тарихында һәм мәҙәни тормошонда лайыҡлы урын алыр ваҡиға башлана.
Читайте нас: