+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 11:53

Шайморатовсыларға арналған баҫманың исем туйы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ”Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән библиографик альбом-белешмәнең исем туйын үткәрҙе. Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театры бинаһында булды. Сөнки был көндәрҙә театрҙа Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Ат уйнатып алдан бара” спектакле аншлаг менән бара.

Белешмәнең онлайн һәм баҫма версияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкслегендә әҙерләгән, “Башҡортостан энциклопедияһы” иһә, яугирҙарҙың яҡындары һәм туғандарының хәтерләүҙәренә нигеҙләнеп, 2700 биографик белешмә төҙөгән, унда әлегәсә билдәле булмаған мәғлүмәттәр ҙә күп. Был - дивизия составына ингән геройҙарҙың тулы исемлеген тергеҙеүгә йүнәлтелгән тәүге эш.
Альбом кавалеристар яу юлы менән үткән ҡалалар һүрәте төшөрөлгән тәңкәләр формаһында эшләнгән.
Баҫманың электрон версияһы уны даими тулыландырып тороу мөмкинлеге бирәсәк. Сайт - www.112bkd.ru. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы етәксеһе Эльвира Айытҡолова билдәләп китеүенсә, был сайтҡа шайморатовсыларҙың ғаилә архивы материалдары туплана барасаҡ. Кемдең ошондай уникаль архивтары, фотолары бар, улар мөрәжәғәт итә ала.
Эльвира Ринат ҡыҙы был баҫманы әҙерләүҙә билдәле тарихсы, архив белгесе Азат Ярмуллин һәм нәшриәттең ғилми хеҙмәткәре Клара Әғлиуллинаның хеҙмәтен юғары баһаланы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: