-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 09:15

Рус телендә йыр конкурсы булмаҡсы

Кисә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.

Кисә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.
Ошо дата айҡанлы Президент Владимир Путин 2019-2020 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ Президенттың йәш сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн премия лауреаттары менән видеобәйләнеш форматында осрашты. Әңгәмә барышында пианист Олег Аккуратов ил етәксеһенә йырҙар тик рус телендә яңғыраған конкурстарҙың булмау тураһында хәбәр итте. Президент музыкант менән килеште һәм хөкүмәткә, шулай уҡ үҙенең хакимиәтенә рус телле йыр конкурсы үткәреү тураһында тәҡдимдар индерергә ҡушты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в