-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 14:41

Нуриев forever

Өфөлә билдәле яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев хаҡында балет ҡуйыласаҡ. Ул “Нуриев forever” тип аталасаҡ. Был турала Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмәхәмәтов “Сәләм” телеканалына белдергән.

Өфөлә билдәле яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев хаҡында балет ҡуйыласаҡ. Ул “Нуриев forever” тип аталасаҡ. Был турала Башҡорт опера һәм балет театрының генераль директоры Илмар Әлмәхәмәтов “Сәләм” телеканалына белдергән.
Андрей Тимонин музыкаһына балетты Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иван Васильев ҡуясаҡ. Ул классик музыка яратҡан Өфө тамашасыһына яҡшы таныш.
Яңы балеттың премьераһы көҙ көнө көтөлә. Мәғлүм булыуынса, театрҙа үҙенең тәүге аҙымдарын яһаған Рудольф Нуриевтың исеме күптән түгел балет төркөмөнә бирелде.
Башҡорт опера һәм балет театрында танылған бейеүсенең берҙән-бер музейы ла бар. Унда балет артисына бағышланған 130 уникаль экспонат һаҡлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в