-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 13:00

“Мин тәнемдән оялам” телепроекты яҡташыбыҙҙы ғазаптарҙан ҡотҡара

Краснокама районында йәшәүсе Илһөйәр “Ю” телеканалындағы “Мин тәнемдән оялам” проектына ауылдаштары ярҙамы менән эләгә. Улар, ауыр сиргә тарыған ҡатынға ярҙам итеүҙе һорап, Мәскәүгә, проект почтаһына хат яҙып ебәрә.

Краснокама районында йәшәүсе Илһөйәр “Ю” телеканалындағы “Мин тәнемдән оялам” проектына ауылдаштары ярҙамы менән эләгә. Улар, ауыр сиргә тарыған ҡатынға ярҙам итеүҙе һорап, Мәскәүгә, проект почтаһына хат яҙып ебәрә.
Илһөйәргә 45 йәш. Тормошо иптәше менән улар ике бала үҫтерәләр. Өс йыл элек уның аяҡтары ныҡ итеп шешенә башлай. Шул ваҡыт эсендә бер аяғының йыуанлығы бер метрҙан арта, икенсеһе – 90 сантиметр. Яҡташыбыҙға ҙур һыҙланыуҙар килтергән сир лимфидема тип атала. Ул лимфа шыйыҡлығы күп итеп тупланыуҙан ғибәрәт. Илһөйәрҙең ире ошо йылдар дауамында көн дә уның йәрәхәттәрен эшкәртеп бәйләй. Өйҙәге, ҙур хужалыҡтағы мәшәҡәт ғаилә башлығы иңенә төшә. Ҡатын элеккесә йүгереп донъя көтә алмауына ныҡ ҡайғыра. “Балалар хаҡына һауығырға тейешмен!” – тигән маҡсат ҡуя Илһөйәр.
Сирҙең шулай аҙыуын күргән проект табибы шаңҡып ҡала. “Һеҙҙе бик йәлләйем. Аяҡтағы уңалмаған йәрәхәттәр – инфекцияға юл”, – ти ул.
Шулай итеп, табиптар яҡташыбыҙҙы дауаларға тотона. Яйлап ҡына аяҡтарҙың шеше ҡайта башлай. Илһөйәр ҡәтғи диета күҙәтә, 53 килограмға ябыға –156 килограмдан 103 килограмм ҡала. Аяҡтарына тәндең башҡа урынының тиреһен күсереп ултырталар.
«Һеҙ һоҡланғыс һөҙөмтәгә өлгәштегеҙ”, – ти табип уға дауалау курсы аҙағында. Хәҙер белгестәр ҡатындың сәләмәтлеген дистанцион күҙәтеп, кәңәштәр биреп торасаҡ. Ҡояштай яғымлы Илһөйәрҙең һаулығы нығыныуын теләйбеҙ. Ә уны ғазаптарҙан ҡотҡарған табиптарға мең рәхмәттәр яуһын!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: