25 мартта республикаға коронавирусҡа ҡаршы тағы 20 900 доза вакцина килде, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Башҡортостанда вакцинаның беренсе компонентын 123 684 кеше эшләткән. Икенсе компонентын алыусылар иһә – 84 630 мең.
Әлеге мәлдә район-ҡалаларыбыҙҙа ковидтан вакцинациялау буйынса 131 пункт иҫәпләнә. Коронавирусҡа ҡаршы прививканы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһындағы мобиль пунктта ла (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/1) яһатырға мөмкин. Ул 15 мартта асылды.
“26 марттан тағы ла шундай дүрт мобиль пункт эшләй башлай: Өфөлә – “Мега”, “Планета” һәм “Башкирия Лайфстайл” сауҙа үҙәктәрендә , Стәрлетамаҡта –“СитиМолл” сауҙа үҙәгендә”, – тип белдерә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото "Башинформ"дан алынды.