Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ырымбурҙағы федераль әһәмиәтле “Ҡарауанһарай” тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығын билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уның сиктәрендә 2021 йылда комплекстың юбилейына арналған саралар үткәреү һәм әҙерлек өсөн ойоштороу комитеты төҙөү планлаштырыла.
Комитет 30 көн эсендә саралар планын әҙерләп раҫларға тейеш. Бөтә сығымдар республика бюджетынан ҡарала.
Указды контролдә тотоу хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙрановҡа йөкмәтелә.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.